Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде

Сибай ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, Сибай институты етәкселеге, киң йәмәғәтселек милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арнап уның бюсы янында тантаналы митинг уҙғарҙы. Сарала Сибай институты, сәнғәт колледжы студенттары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм ябай халыҡ ҡатнашты. Тантаналы митингты К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының ҡурайсылар ансамбле мәшһүр “Урал” йыры менән башланы. Артабан Сибай ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова, БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов тантанала ҡатнашыусыларҙы бөгөнгө сара менән тәбрикләне һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә Салауат Юлаевтың роле тураһында һөйләп үтте. Сибай институты доценты, тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов батырыбыҙ хаҡында бығаса билдәле булмаған бик файҙалы мәғлүмәттәр килтерҙе. Ҡаланың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары Салауатҡа арнап ҡобайыр әйтте, ә инде балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм институт студенттары батырҙың ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Рәсми сығыштарҙан һуң тантанала ҡатнашыусылар ҡурай моңо аҫтында Салауат Юлаев бюсына тере сәскәләр һалды. Салауат рухы мәңге үлемһеҙ, ул йәшәй беҙҙең йөрәктәрҙә, ул йәшәй беҙҙең күңелебеҙҙә.