Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл

Сибай институтының педагогика факультетында Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған сара үтте. Илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, сара онлайн форматта ойошторолдо. Кисә барышында М. Ғафуриҙың тормош юлына байҡау яһалды, ижадының идея-тематик йүнәлеше, жанрҙар төрлөлөгө, әҫәрҙәренең проблематикаһы буйынса сығыштар тәҡдим ителде.

Сығыштар студенттарҙың шиғыр һөйләүе, авторҙың мәҫәлдәрен аудиояҙмала тыңлау, видеоматериалдар ҡарау менән аралашып барҙы. Өфөләге М. Ғафури исемендәге йорт-музейҙан күренештәр, әҙиптең тормош юлы һәм ижады буйынса ойошторолған уйындар айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Бай йөкмәткеле сараны ойоштороусыларға, 4 курс студенттарына ҙур рәхмәт!

Г.Х. Сәмерханова, педагогика факультеты доценты